“Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите призына традицион саңғы ярышы ҡышҡы спорт сезонын япты. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға өлгөргән спортсылар был сараны бик яҡшы физик әҙерлектә ҡаршы алды.
Ярышты асыу тантанаһында барлыҡ спортсыларҙы, тренерҙарҙы, көйәрмәндәрҙе Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте эштәр управляющийы А. Ғәйфуллин, Ҡыйғы мәғлүмәт үҙәге вәкилдәре, судьялар коллегияһы сәләмләне. Улар саңғы спортының районда иң популяр спорт төрө булыуын, барлыҡ быуын кешеләрҙе берләштереүен, ә район гәзитенең традицион саңғы ярышы йылдан-йыл бик күп спорт һөйөүселәрҙе йыйыуын билдәләп үтте. Сығыш яһаусылар йәш саңғысыларға һәм спорт ветерандарына уңышлы старт һәм матур финиш теләне. Быйылғы ҡыш беҙҙе көтөлмәгән һауа торошо менән аптыратһа ла, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ФОК) хеҙмәткәрҙәре трассаны бик яҡшы итеп әҙерләгән, барлыҡ саңғысылар ҙа уның торошонан ҡәнәғәт ҡалды. Традиция буйынса тәүгеләрҙән булып стартҡа 11 йәштән кесерәк спортсылар сыҡты. Ҡыҙҙар 2 километрлыҡ дистанция үтһә, малайҙар 3 километрға уҙышты. Уларҙың күптәре район гәзите призына уҙғарылған ярышта тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай һәм тәүге тапҡыр ғына еңеү яуламай. Көйәрмәндәр араһында уларҙың ата- әсәләре лә бар ине. Ошолай итеп, кесе йәштәге мәктәп уҡыусылары араһында призерҙар исемлегенә А. Ғатауллина (Арыҫлан ауылы) , Э. Баймөхәмәтова (2-се урта мәктәп), А. Ҡотошова (Арыҫлан); Ф. Хизбуллин (Арыҫлан), Т. Низамутдинов (лицей), И. Хизбуллин (Арыҫлан) инде. 13–14 йәштәрҙәге үҫмерҙәр 3 километр үтте. Үҙ йәш төркөмдәрендә А. Исхаҡова (лицей), А. Ғатауллина (Арыҫлан), Г.Ғәбитова (лицей), Р. Вәлиева (лицей); Д. Вәлиуллин (Арыҫлан), А. Сыромолотов (2-се урта мәктәп), И. Ҡорбанғәлиев (Өфө ҡалаһы); Г. Ғатауллина, В. Яҡупова (Арыҫлан), Э. Баймөхәмәтова (2-се урта мәктәп), Д. Фәссәхов (лицей), Миңлейәров, Ғарипов (Абзай) призлы урындарҙы бүлеште. 16–17 йәштәрҙәге егеттәр 5 километрлыҡ дистанцияла уҙышты. И. Ҡорбанғәлиев, А. Вәхитов (Арыҫлан ауылы), Носратов (Абзай ауылы) призлы урындар яуланы. Был йәштәге ҡыҙҙар 3 километр арауыҡта ярышты һәм почет пьедесталына А. Фәхретдинова (Оло Ыҡтамаҡ ауылы), Г. Ғимаҙиева (Абзай), Л. Ғирфанова (2-се урта мәктәп) күтәрелде. Төрлө кимәл ярыштарҙа сығыш яһаған 18 йәштән өлкәнерәк саңғысылар 5 километрлыҡ дистанцияла көс һынашты. Уларҙың һәр ҡайһыһы, миҙгелдең һуңғы ярышында бар тырышлығын һалып, үҙ һөҙөмтәһен мөмкин тиклем яҡшыртырға тырышты. Һөҙөмтәлә А. Колодкин (Үрге Ҡыйғы ауылы), А. Байрамов, И. Нурыев (Абзай ауылы); ҡатын-ҡыҙҙар араһында А. Мәхмүтова (Абзай), А. Мостафина (Үрге Ҡыйғы ауылы) призлы урындарға сыҡты.
Спорт ветерандары араһында Н. Фәтихов (Арыҫлан ауылы) бер кемгә лә ал бирмәне. Шулай уҡ призерҙар исемлегенә Р. Сәхәүетдинов (Үрге Ҡыйғы ауылы) һәм Ф. Ғиззәтуллин (Дүшәмбикә ауылы) инде. Ярыштың еңеүселәре һәм призерҙары ойоштороусыларҙың дипломдарына һәм миҙалдарға лайыҡ булды. Быйыл да был спорт сараһында арыҫландар, абзайҙар, үрге ҡыйғылар ҙур әүҙемлек күрһәтте. Улар һәр йәш төркөмөндә яҡшы һөҙөмтәләргә эйә булды. Бер ғаиләлә тәрбиәләнеүсе йәш спортсыларҙың ярышта ҡатнашыуы, бигерәк тә призлы урындар алыуы
шатлыҡлы күренеш. Мәҫәлән, апалы-һеңлеле Алһыу, Гөлназ, Айгөл Ғатауллиналар, ейәне Нуриман Фәтихов менән Адис Вәхитов (Арыҫлан ауылы), Элина һәм Эльвина Баймөхәмәтовалар, Илнур һәм Ильмир Ҡорбанғәлиевтәр (әйткәндәй, бөгөн улар Өфө ҡалаһы спорт мәктәбендә уҡый), аталы-уллы Сергей һәм Артем Колодкиндар, Рәүил һәм Руслан Сәхәүетдиновтар (Үрге Ҡыйғы ауылы) саңғы шыуыуҙың ғаиләне берләштереүсе, рухи көс тәрбиәләүсе спорт төрө булып тороуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Ҡыйғы мәғлүмәт үҙәге ярышта ҡатнашыусыларға, тренерҙарға, район мәғариф бүлеге етәкселегенә, ярышты уҙғарыуға ярҙам күрһәтеүселәргә – йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитетына, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерә.
Ентекле фоторепортажды гәзиттең
“Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми
төркөмөндә ҡарарға мөмкин.